Иглин районының Сыбаҡай мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре дауам итә

Ауыл клубы янғындан зыян күрә. Әлеге ваҡытта бина ниһәйәт яңыртыла. Тергеҙеү эштәре «Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Ремонт 10 миллион һумға барып баҫа. Сыбаҡайҙар өсөн был объект күңел асыу йорто ғына түгел, бина эсендә фельдшер-акушерлыҡ пункты ла урынлашҡан булған. Урындағы халыҡты тейешле медицина менән тьәмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.Тергеҙеү эштәре менән Иглин районы башлығы Гүзәл Насырова һәм Дәүләт Думаһы депутаты Элвира Айытҡолова танышты.

Ауыл халҡы мәҙәниәт йорто асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Урындағы халыҡ өсөн бина эсендә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктының яңырыуы ла икеләтә ҡыуаныслы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ