Төбәк властары мәктәптәрҙә һаҡ өсөн финанслауҙы өс тапҡырға арттырҙы

Был хаҡта Радий Хәбиров Өфөлә үткән педагогтар менән кәңәшмәлә белдерҙе. Унда уҡыу йорттары етәкселәренең хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫарҙары ҡатнашты. Был яңы вазифа, ул быйылдан алып заманса саҡырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн индерелгән. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, тышҡы һәм эске дошмандарҙан янауҙар күп. Төрлө ваҡиғаларҙы иҫкәртеүҙә уҡытыусыларҙың роле ҙур. Алдан эш итергә, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары менән психологик эш алып барырға кәрәк. Радий Хәбиров билдәләүенсә, балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа хәүефһеҙлектә булырға тейеш.

Быйылдан мәктәптәрҙә тәртип өсөн баһа бирелә башлаясаҡ. Был шулай уҡ уҡыусылар араһында дисциплина булдырыуҙа һөҙөмтәле инструмент була ала, тине Радий Хәбиров. Мәктәптәрҙе Росгвардия хеҙмәткәрҙәре һаҡлау мәсьәләһе тикшерелә. Әлегә был миссия шәхси компанияларға йөкмәтелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ