Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Филинов 100 йәшен билдәләне

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Геннадий Филиновҡа йөҙ йәш тулды. Бөгөн уны юбилейы менән Совет районы хакимиәте ҡотланы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1926 йылда Чита өлкәһендә тыуған, һуңыраҡ ғаилә Красноярск крайына күсеп килгән. Ҡыҙыл армияға ул 1943 йылдың ноябрендә саҡырылған. Барнаул хәрби-пехота училищеһында уҡыған. Старшина булып хеҙмәт итәкәндән һуң 1950 йылда кесе сержант дәрәжәһендә запасҡа ебәрелгән.

Башҡа көндәрҙә ул ғәҙәттә яңғыҙ булһа, байрам һәм тыуған көнөндә Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы етәкселегендәге команда мотлаҡ йөҙйәшәрҙең фатирының ишеген шаҡый. Ҡатыны һәм берҙән бер улы баҡыйлыҡҡа күскән. Әммә Геннадий Яковлевич бирешмәй, бөгөн дә 100 йәшен ҡаршы алғанда егеттәрсә костюмда, күкрәген орден- миҙалдар биҙәй. Бер быуат эсендә был тормоштоң әсеһен- сөсөһөн татыған уҙаман татлы бүләк -торт менән сәйҙе лә бөгөн бер үҙе эсәсәк. Уҙған быуаттың шанлы һуғыш йылдарын иҫләй-иҫләй.

Һуғыш арҡаһында 8-се класты тамалағас уҡыуҙы туҡтатып торорға тура килде. Хәрби уҡыуҙар ваҡытында землянкала йәшәнек. Ашхана ла шунда ине. Беҙ күргәнде һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел инде.

Геннадий Филинов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Совет районы хакимиәте башлығы уға хеҙмәттәшебеҙ тип өндәшә. Сөнки йөҙ йәшендә лә ветеран социаль сараларҙа әүҙем ҡатнаша, балаларға илһөйәрлек дәрестәре уҙғара.

Йөҙ йәштә лә ул сафта ҡала. Беҙ уның ныҡлығына һоҡланабыҙ. Тиҙҙән аллеяла ағас ултыртыуҙа ҡатанашырға киләм тине. Быға тиклем дә ҡаланы йәшелләндереү йүнәлешендәге сараларҙа булып ағастар ултыртты. Беҙҙең районда бөтәһе биш йөҙйәшәр бар.

Айҙар Бәҙғетдинов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы

Һуғыштан һуң политехник институтын тамамлаған һәм Ставрополь крайы, Красноярск, Дәүләкән, Куйбышев, һәм Туймазыла заводтарҙа эшләгән.

Башҡортостанды икенсе кесе Ватаным тип йөрөтә. Йөҙ йәшендә лә ул үҙен түгел, башҡаларҙы ҡайғыртып йәшәй. Хәйер, ул быуын вәкилдәре өсөн был ғәҙәти.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ