Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекция йоҡтороуҙың туғыҙ меңдән ашыу осрағы теркәлгән

7 көн эсендә күрһәткес 11 процентҡа күтәрелгән. Сентябрҙә, уҡыуҙар башланғас уның тағы ла артыуы ихтимал. Сиргә ҡаршы ысулдарҙың береһе- прививка. Табиптар вирус әүҙем тарала башлағанға тиклем, сентябрь уртаһынан прививка яһатырға кәңәш итә. Беренсе партия вакцина тәү сиратта балалар, йөклө ҡатындар, хроник сирле кешеләр һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн бүленә.

Прививка яһатҡас иммунитет ике аҙна тирәһе формалаша, шуға киҙеү башланғансы өлгөрөргә кәрәк. Вакцина организмды бер йыл һаҡлай.

Арина Пономарева, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының биләмәләрҙе эпидемиологик күҙәтеү һәм санитар һаҡлау бүлеге белгес-эксперты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ