Башҡортостан фән, дәүләт һәм бизнестың үҙ-ара эш итеүенең яңы моделен уңышлы тормошҡа ашырған илдең биш пилот төбәгенең береһе. Уңышлы эшмәкәрлек рәсәй фәнни фонды ярҙамына бәйле. Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты «ОДК-Авиадвигатель» менән берлектә вентилятор ҡалаҡтарын эшкәртеүҙең алдынғы технологияһын камиллаштыра. Ғалимдарҙың хеҙмәте самолетҡа осоу ваҡытын оҙайтыу мөмкинлеге бирә. Ҡаҙаныш республиканың авиатехнологиялар өлкәһендәге статусын нығыта.






