Рәсәй киноһы көнөндә Өфөлә «Бер кереш уҡтары» фильмының ябыҡ премьераһы үтте

Бөгөн Рәсәй киноһы көнө. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Роман Пожидаев һәм Зөһрә Бураҡаева авторлығында «Бер кереш уҡтары» тип исемләнгән тулы метражлы фильмдың ябыҡ премьераһы үтте. Художестволы картина бер йыл эсендә Башҡортостандан тыш, Эстония, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Грузия илдәрендә төшөрөлгән. Фильм ике дуҫтың тормошон бәйән итә. Премьера яҡын арала киң тамашасыға сығарыласаҡ. Рәсәй киноһы көнөндә йола буйынса кинематография өлкәһе үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм ижадсылар союзға алынды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ