Өфөлә «Эшҡыуар әсәй» федераль программаһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Конкурстың төбәк этабы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә үтте. Бөтәһе 145 ғариза ҡабул ителгән, әммә уҡыуҙы 35 ҡатнашыусы ғына үткән. Улар араһында Өфөнән ике бала әсәһе Римма Щербенок еңеүсе тип табылған. Ул балалар өсөн китаптар әҙерләй. Уның сабыйҙарҙың аң кимәлен үҫтереүсе баҫмаларын республиканан ситтә лә беләләр. Проектта еңеү менән ул 150 мең һум һәм «Әсәйҙәр тарихтары» журналында баҫтырылыу өсөн сертификат алған.

Бөтәһе лә тәүге балам тыуғас башланды. Тәүҙә уға, һуңынан таныштарымдың балаларына үҫтереүсе уйын китаптары эшләнем. Конкурста ҡатаншып уҡыуҙар үттем. 150 мең һумлыҡ грант был эште киңәйтергә һәм сертификат алырға ярҙам була.

Римма Щербенок, эшҡыуар

Башҡортостанда белем биреү интенсивтарынан алып грант ярҙамына тиклем бизнесҡа ярҙам итеү системаһы эшләй. Йәш ғаиләләр, социаль эшҡыуарҙар һәм ижади индустрия вәкилдәре өсөн конкурстар даими үткәрелә. Үҙ идеяһын эшкә әйләндерергә әҙер булған һәр кемгә эксперт һәм финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге бирелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ