Туғыҙ мең гектарҙан ашыу майҙандан уңыш йыйып алынған да инде. Арпа келәттәргә һалына, уңышы гектарынан 38 центнерға етә. Әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа яҙғы бойҙай һуғыла. Гектар ҡеүәте уртаса 45 центнер тәшкил итә. Тәбиғәт шартттары арҡаһында быйыл күрһәткестәр былтырғынан ҡалышһа ла, эштәр графиктан тайпылмай, план буйынса үтәлә. Уңыш йыйыуға 30 берәмек техника йәлеп ителә. Район аграрийҙары ураҡ кампанияһын октябрь аҙағына, майлы культураларҙы йыйып алғандан һуң тамамларға ниәтләй. Районда киләһе йыл уңышын хәстәрләп, ужым бойҙайын сәсеү башланған.






