Өфөлә «ГеоСаҡырыу» 4-се Халыҡ-ара геологик чемпионаты старт алды

Тәүгеләрҙән булып республика Үзбәкстан һәм Мексика делегацияларын ҡаршы алды. Йәмғеһе ярыштарҙа 13 илдән һәм Рәсәйҙең 19 төбәгенән 300-ҙән ашыу студент ҡатнашасаҡ. Үзбәкстан ҡунаҡтары әйтеүенсә, Башҡортостанда улар үҙҙәрен өйҙә кеүек хис итә. Донъялағы иң ҙур көмөш руднигы урынлашҡан ФреснИльо ҡалаһынан килгән мексиканецтар өсөн бындай кимәлдәге чемпионатта ҡатнашыу тәүге тәжрибә. Ярыш 9 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр өсөн төп приз-геология тармағы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлеге.

Беҙ 3-сө тапҡыр ГеоСаҡырыу чемпонтаында ҡатнашабыҙ. Был юлы ла һынатмаҫбыҙ, үҙ илебеҙҙә алған белемде ҡулланып еңеү яуларбыҙ тип уйлайым.

Фирүзә Саидова, Үзбәкстан командаһы ҡатнашыусыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ