Өфөнөң Глумилин-2 биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп сафҡа инде

Белем көнө алдынан Рәсәй президенты Владимир Путин видеоконференция бәйләнеше аша ил төбәктәрендә яңы мәғариф учреждениеларын асты. Башҡортостандың дөйөм белем биреү системаһы ла нығынды. Өфөләге 88-cе мәктәптең икенсе корпусы сафҡа индерелде. Республика башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайы эргәһендәге 1225 урынлыҡ мәктәптең уҡыу кабинеттарын ҡараны, йәш педагогтар менән аралашты. Тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.

Ысын мәғәнәһендә 21-се быуат мәктәбе. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Глумилин-2 биҫтәһендә урынлашҡан яңы белем усағын асыуҙа ҡатнашып, ил президентына мәғариф системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программалары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уҡыусыларға белем алыу өсөн заманса инфраструктура булдырыла.

Яңы объект 88-се мәктәптең икенсе корпусы буласаҡ. Беренсеһе Рәсәй урамында урынлашҡан. Күләмле проект «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә «ПроШкола» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүленгән. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында киләһе йыл республикала тағы ла бер ҙур белем усағы асылыуын хәбәр итте.

Белем усағында «Тулы көндәге мәктәп» принцибы буйынса эште ойоштороу ҡаралған. Инженер, агротехник, кадет, мәғлүмәт технологиялары, креатив индустрия кластары була. Республика юғары уҡыу йорттары, Көрәш һарайы һәм спорт мәктәптәре менән хеҙмәттәшлектә берҙәм эш алып барыласаҡ. Яңы уҡыу йылына мәктәп коллективы һәм 65 класс тупланған. Ун биш йыллыҡ педагогик стажы булған Рита Булатова беренселәрҙе ҡабул итергә әҙерләнә.

Уҡыу-уҡытыу процессына яңы көс-энергия һәм заманса ҡараш. Радий Хәбиров йәш уҡытыусылар менән осрашып, мәғариф системаһына ҡағылышлы мөһим һорауҙар буйынса фекер алышты. Яңы белем усағына бәйле тәьҫораттарын белеште.

Республика башлығы мәктәптең уҡыу кабинеттарын, ашхана, тамаша залын ҡараны. Хәүефһеҙлек менән тәьминәт системаһы менән танышты. Өфөнөң Глумилин-2 биҫтәһе тиҙ үҫешә, белем усағына ихтыяж юғары була. Объект төҙөлөшөн балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡыуанып күҙәткән. Юл мәшәҡәттәре кәмейәсәк, хәҙер йорт эргәһендә генә-заманса мәғариф киңлеге.

Мәғариф өлкәһе-республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Быйыл Өфөлә генә 16 мәктәп ил президенты программаһына эләгеп, капиталь ремонттан һуң заманса төҫ алды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештә төбәктең мәғариф министрлығы һөҙөмтәле эшләүен билдәләне. Күләмле төҙөлөштәргә килгәндә, концессия килешеүҙәре нигеҙендә эшләү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Өфөнөң Глумилин-2 биҫтәһендә асылған мәктәп уңышлы башланғыстарҙың береһе.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ