Асыҡ республика

31-се урындан 7-гә. Башҡортостан мәғлүмәтләштереү буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәре исемлегенә инде. Ә электрон формалағы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре менән ҡулланыусылар һаны 67 процентҡа еткән. Был турала бөгөн Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһы мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышында белдерелде. Сарала үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.

Фото №1 - Асыҡ республика

Асыҡ Республика, порталдың есеме исемендә үк сағыла. Система 12 йүнәлеште үҙ эсенә ала. Власть органдарының күбеһе электрон документ әйләнешенә күскән әлеге заманда был бик ҡулай. Ведомство-ара бәйләнештәр нығый, документтарҙы ҡарау ваҡыты ҡыҫҡара, ә иң мөһиме дәүләт эшмәкәрлеге асыҡтан-асыҡ алып барыла.

Денис Слепов, Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһы мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Былтыр портал менән ҡулланыусылар иҫәбен 1 миллионға еткереү маҡсаты тора ине, әммә һөҙөмтә көтөлгәндән дә юғарыраҡ булып сыҡты. Был системаға ихтыяж булыуын сағылдыра. Тағы ла бер мөһим фактор, беҙҙең Республика асыҡлыҡ буйынса илдә 8-се урында килә, йәғни мәғлүмәттәр халыҡтан йәшерелмәй».

Электрон формалағы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр менән ҡулланыусылар ҙа күбәйә. Документтар юллау өсөн сәғәттәр буйы сиратта, ҡабул итеү бүлмәләрендә ултырырға кәрәкмәй, барыһы ла тиҙ, бер урында. Справка эшләтергә лә, һалым йәки штраф түләргә лә мөмкин.

Халыҡты кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин итеү, төпкөлдәге ауылдарҙы ла интернет селтәренә тоташтырыу эше артабан да дауам итәсәк. Әлеге дәүер юғары технологиялар заманы. Мәғлүмәт хәҙер архивтарҙа түгел виртуаль киңлектәрҙә һаҡлана.

Был завод та цех та түгел, ә документтарҙы эшкәртеү үҙәге. «Асыҡ Республика» системаһы буйынса бар мәғлүмәттәр, яңылыҡтар ошонда килә, һаҡлана, эшкәртелә. Үҙәкте оборона предприятиеһы менән генә сағыштырырға мөмкин, бында хәүефһеҙлек буйынса талаптар ҙа бик юғары. Электр энергияһы менән ҡасан да өҙөклөк булырға тейеш түгел, шуға күрә үҙәк ике подстанцияға тоташтырлған. Махсус температура режимы һаҡлана, 22-23 градус тирәһе.

Мәғлүмәти йәмғиәт төҙөүҙә төп маҡсаттарҙың береһе электрон белем биреүҙе үҫтереү. Әле республикала махсус портал бар, уның ҡулланыусылары 230 мең тирәһе. Китапханалар, мәшғүллек үҙәктәре базаһында йәмәғәт ҡулланыуы урындары асылған. Электрон уҡытыу системаһы кешенең йшәү урынына, йәшенә, физик хәленә юғары сифатлы белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был формат мәктәп уҡыусылары өсөн дә уңайлы. Сөнки әле балаларҙы ошондай заман технологиялары менән генә ҡыҙыҡтырырға мөмкин.

Киләсәктә урта белем биреү мәктәптәрен тиҙлеге секундына 10 мегабиттан кәм булмаған интернетҡа тоташтырыу бурысы тора. Телерадио тапшырыуҙарға ҡағылышлы яңылыҡтарға килгәндә аналог форматтан һанлыға күсеү бара. Республика халҡының 90 проценты әле үк һанлы телевизион сигналдың сифатын баһалау мөмкинлегенә эйә.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Волна
Акции БСТ