Өфөлә тауыш биреү барышын күҙәтәсәк йәмәғәт палатаһы ағзалары өсөн уҡыуҙар ойошторолдо

Рәсәй Президенты һайлауына әҙерлекте барлыҡ йәмәғәт күҙәтеүселәре лә үтергә тейеш. Әле бындай семинарҙар республиканың һигеҙ төбәгендә уҙған.

Йәмәғәт палаталарына сәйәси кампания барышын күҙәтеү хоҡуғы биргән закон былтыр йыл аҙағында ғына ҡабул ителде. Уға ярашлы, төбәктәрҙең үҙәк һайлау комиссиялары йәмәғәт палаталары менән килешеү төҙөнө. Республикала был ойошмала ун меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар һайлау участакаларында сәйәси партиялар күҙәтеүселәре менән тиң хоҡуҡҡа эйә. Ләкин сәйәси фирҡәләрҙән айырмалы, улар бер кандидаттың да мәнфәғәтен яҡламай.

Семинарҙарҙа ҡатнашыусы йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һайлау барышында ҡануниәттең теүәл үтәлешен, шул уҡ ваҡытта күҙәтеүселәрҙең дә закон сиктәрендә эш алып барыуын тәьмин итәсәк. Бының өсөн улар үҙҙәре лә хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе яҡшы белергә тейеш

Авторы: Айнур Кәбиров