Йәш урмансылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы менән осрашты

Урман хужалығы техникумында ойошторолған сара халыҡ-ара урман көнөнә арналды. Әҙәби осрашыуға Ноғоман Мусиндың саҡырылыуы осраҡлы түгел. Халыҡ яҙыусыһы ижадының ҙур өлөшө тап урманға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһенә бағышланған.

Урман хужалығы техникумында белем алыусы йәштәр осрашыуҙа ҡатнашыуҙарына сикһеҙ шат булыуын белдерҙе. Ноғман Мусиндың ижады уларҙың байтаҡ өлөшөнә һөнәр һайларға этәргес биргән. 1-се курс студенты Гөлсибәр Мортазина фекеренсә, уның әҫәрҙәре урмандың үҙенсәлектәрен яҡшыраҡ танырға мөмкинлек бирә. Буласаҡ урмансылар өсөн Ноғоман Мусиндың ижад өлгөләре өҫтәл китабына әйләнергә тейеш.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин