Өйҙөң аҫты өҫкә әйләнгән

Бөгөн Өфөлә баш түбән йорт асылды. Проект авторҙары уны һалыу өсөн 20 миллион һум аҡса тотонған. Ғәҙәти йорттан ул нимәһе менән айырыла?

Был йортҡа ҡыйыҡтан инәләр. Сөнки өй баш түбән ҡоролған. Ә барып ингәс тә, гүйә икенсе донъяға эләгәһең. Тәүҙә баш әйләнә, шуға бер-ике минут тирәһе тик кенә баҫып торорға кәңәш ителә. Иҙән урынына түбә, ә йыһаздар бөтәһе лә баш осонда аҫылынып тора. Аш-һыу бүлмәһендә байрамса өҫтәл әҙерләнгән.

Баш түбән йорт Өфөлә тәүгә асылды һәм ул донъяла иң ҙуры , тип ышандыра уның хужалары. Ике ҡатлы бина заманса зауыҡта ҡоролған. Йыуыныу бүлмәһендә лә бөтәһе лә ысын тормоштағыса. Кер йыуыу машинаһы, ванна бар, тик ул һыу менән генә тултырылмаған.

Беренсе ҡатта балалар бүлмәһе урынлашҡан.Телевизор ҙа баш түбән эшләп тора. Ғөмүмән, проект кеше аңындағы хыялды тормошҡа ашыра.

Ошондай үҙенсәлекле архитектура ҡомартҡылары Австрия, Швейцария, Германияла һәм башҡа сит илдәрҙә бар. Ул туристарҙы йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған. Баш ҡалалағы йорт ике ай буйы төҙөлгән. Проект авторҙары быға тиклем гравитация законына буйһонмаған өйҙө Мәскәүҙә лә һалған, шулай уҡ уларҙың Рәсәй ҡалаларында баш түбән 8 фатиры бар.

Александр Донской, проект кураторы: «Йыһаздар бөтәһе лә ныҡлы конструкцияла, түбәгә яҡшы беркетелгән. Фотоға төшөүселәр мебелгә йәбешһә ул килеп төшмәһен өсөн сифатлы материалдар менән эшләнек. Йортҡа 20 миллион һум аҡса китте».

Үҙенсәлекле өйҙөң ишеге ҡунаҡтар өсөн иртәнге ундан киске унға тиклем асыҡ. Инеү 350 һум тора. Проект буйынса уның эргәһендә балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева