Аҡ халатлы кикбоксерҙар

Башҡорт дәүләт медицина университетында буласаҡ табиптар араһында кикбоксинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. Ярышта илдең төрлө төбәктәренән 10 команда ҡатнашты. Республика данын 20 спортсы яҡланы. Медицина тармағында белем алыусы студенттар араһында ойошторолған турнирҙың тап Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Кикбоксинг спорты тап ошо юғары уҡыу йортонда 90-сы йылдарҙан уңышлы эшләп килә.

Фото №1 - Аҡ халатлы кикбоксерҙар

Руслан Ғәйнуллин, Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһы мөдире: «Был бик үҙенсәлекле турнир. 2014 йылда беҙҙең башланғыста кикбоксинг буйынса Бөтә донъя чемпионатын уҙғарыуға ирештек. Унда күп командалар ҡатнашты. Был сара һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең университет 2016 йылда тағы ла донъя кимәлендәге чемпионат ойоштороу хоҡуғын яуланы».

Буласаҡ табиптар араһында ойошторолған бәйгенең еңеүсеһе иртәгә билдәле буласаҡ. Ә теүәл бер айҙан республика ярыштары үтә. Өфө медиктары бөгөн үткән турнирҙың алдынғы уроандарында. Был инде профилле юғары уҡыу йорттары араһында көслө кикбоксерҙарҙың тап медицина университетында тәрбиәләнеүен тағы ла иҫбатлай.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ