Бәйге республикалағы үҙидаралыҡ органдарының әүҙемлеген арттырыу, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында ойошторола. Райондың Первомайский ауылы биләмәһе күләмле проекттарға инвесторҙар йәлеп итеү, шәхси партнерлыҡ үҫеше өсөн конкурста еңеп, 9 йөҙ 60 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Призлы урын алған муниципалитет был аҡсаларҙы урында йәшәүселәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, биләмәне төҙөкләндереүгә тотонмаҡсы. Әлеге ваҡытта ла биләмә социаль-маҡсатлы программалар фонды менән берлектә урындағы амбулаторияға ремонт эштәре башҡарған. Тәҙрәләр алмаштырылған, һыу менән тәьмин итеү системаһы яҡшыртылған.
«Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсы призерҙары бағымсылар менән дә һөҙөмтәле эшләй. Первомайский урта мәктәбенең башланғыс синыфтар бүлмәһенә ремонт эштәре башҡарылған, компьютер класына тейешле йыһаздар һатып алынған. Яҡын киләсәктә физика һәм математика бүлмәләренә тулы ремонт эшләү күҙаллана. Мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, сығарылыш синыф уҡыусылары башлыса техник вуздарҙы һайлай. Был фәндәр буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйыр өсөн айырым лаборатория кабинеттары булдырыу, тейешле ҡорамалдар һатып алыу мотлаҡ, ти уҡытыусылар. Әйткәндәй, техник белемле йәш белгестәрҙе ауыл биләмәһендә лә көтәләр.
(В1)





