Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр уны агитация өсөн ҡуллана ала.
Кандидаттарға республикала эшләүсе һигеҙ теле һәм радиоканалдарҙан ваҡыт бүленә. Теркәлгән ете партия өсөн ул 24 минут ярым, ә үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе кандидатҡа 11 минут тура килә. Бынан тыш, дебаттар өсөн 32 минутлыҡ бушлай эфир ваҡыты бирелә. Агитация һайлауға 28 көн ҡалғас, йәғни 17 февралдә башланырға тейеш. Ләкин уның эш көндәрендә генә алып барылырға тейешлеген иҫәпкә алып, компания 19 февралдән башлана.





