Сергей Безруков Башҡортостан партизаны тураһында төшөрөләсәк фильмда төп ролде башҡарыуҙан баш тартмаясаҡ

Әле күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн финанстар туплау бара. Был турала ул бөгөн Өфөлә хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.

Рәсәйҙең халыҡ артисы баш ҡалаға «Пушкин» спектакле менән килгән. Сәхнәгә сығыр алдынан кино һәм театр артисы Владимир Путиндың урындағы йәмәғәт ярҙамы штабы ағзалары менән осрашты. Сергей Безруков үҙе лә һайлау компанияһы ваҡытында Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттың ышаныслы вәкиле. Үҙ сығышында Сергей Витальевич сәйәсәттән йыраҡ тороуын билдәләне. Әле ул «Балаларға – театр» проектына етәкселек итә.

Был көндәрҙә башҡа кандидаттарҙың да һайлау алды штабтарында эш ҡайнай. Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ышаныслы вәкилдәре халыҡты ҡабул итеү менән мәшғүл. Владимир Жириновскийҙың һайлау алды штабына мөрәжәғәт итеүсе граждандар үҙҙәрен борсоған төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорай. Шулай уҡ ЛДПР вәкилдәре 23 февралдә Өфөлә митинг уҙғарырға йыйына.

Павел Грудининдың да һайлау алды штабында әүҙемлек күҙәтелә. Коммунистар партияһы вәкилдәре әле пленар ултырышҡа әҙерләнә. Улар бөгөн үҙәк һайлау комиссияһында үткән бушлай эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт ҡалған. Шулай уҡ агитация материалдары ла етерлек күләмдә баҫтырылған. Яҡын көндәрҙә уларҙы таратыу башланасаҡ.

Авторы: Илдар Байбулатов