Башҡортостанда робот хирургияһы үҙәге асыласаҡ

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында республика хиургтары Новосибирск ҡалаһынан килгән белгестәр менән бергә робот ярҙамында ике пациентҡа операция яһаны. Әмәлиәттең үҙенсәлеге шунда, ул лапроскопия ысулы менән һәм Da Vinci (Да Винчи) системаһын ҡулланып башҡарыла. Робот медицинала нисек ҡулланыла һәм нимә ул 3 Д операция?

Яһалма ҡан тамырҙары. Тап улар аша аортанан ҡан аяҡтарға барып етергә тейеш. Имплант алтмыш йәшлек пациенттың организмына урынлаштырыласаҡ. Атересклероз һөҙөмтәһендә уның аяҡтарында ҡан йөрөмәй һәм ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, ағзалар сереп ул ғәрип булып ҡалыр ине, етмәһә, ауырыу шәкәр диабетынан интегә. Ошондай ҡатмарлы сирҙе дауалауҙа бөгөн робот булышлыҡ итә.

Владимир Ишмәтов, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре докторы: «Уникаль операция башланып тора. Бер нисә уйым ғына яһап имплант урынлаштырыласаҡ. Ғәҙәти алым буйынса әмәлиәтте кешене ысын мәғәнәһендә икегә ярып тиерлек яһарға тура килер ине».

Операция лапроскопия ысулы һәм Da Vinci системаһын ҡулланып башҡарыла. Аппарат донъяла егерме биш йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән. Медицина техникаһы ике өлөштән тора. Әмәлиәтте ике хирург алып бара.

3 Д үлсәм ярҙамында табип органды 10 тапҡыр ҙурайтып күрә, тимәк, мәҫәлән, яман шештең сиктәрен билдәләү мөмкинлеге арта. Бөгөн яңы ҡорамал ярҙамында ике кешегә йөрәк һәм ҡан-тамырҙарына операция яһалды. Башҡортостан табиптары медицина техникаһын урология, күкрәк, абдоминаль хирургияла - бөтәһе егермегә яҡын операцияла һынаған. Белгестәр билдәләүенсә, һөҙөмтәләр яҡшы.

Волга буйы федераль округында был заманса медицина техникаһы ярҙамындағы операция Башҡортостанда ғына эшләнә. Рәсәйҙә егерменән ашыу робот иҫәпләнә. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары операцияны Новосибирск ҡалаһынан килгән белгестәр етәкселегендә алып барҙы.

Алексей Архипов, Е. Н. Мешалкин ис. милли медицина тикшеренеүҙәр институтының хирургия төркөмө етәксеһе /Новосибирск/: «Беҙҙең институтта робот 2011 йылдан бирле хирургияла киң ҡулланыла. Мин үҙем өс йөҙ тирәһе операция эшләнем. Был медицина техникаһын файҙаланып операция яһағанда хирург икенсе планға ҡалмай. Операцияның уңышы тап уның оҫталығынан тора».

23 февралдә Башҡорт дәүләт медицина клиникаһында Волга буйы федераль округында беренсе робот хирургияһы үҙәге асыласаҡ. Киләсәктә роботты файҙаланып мөмкин тиклем күберәк операциялар яһау бурысы тора. Заманса техника ярҙамындағы әмәлиәт пациентҡа бушлай, уның өсөн федераль квоталар бүленә.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева