Балаларҙы мәктәп ашханаһында нисек ашаталар?

Ундағы ризыҡ тәмлеме? Һорауға уҡыусылар үҙҙәре яуап бирҙе. Бөгөн Өфө мәктәптәренең береһендә сәләмәт туҡланыуға арналған сара үтте. Башланғыс синыфтар ҡатнашлығында ойошторолған оҫталыҡ дәресендә балалар мәктәп ашханаһында нисек туҡланырға, нимә ашарға теләүҙәрен һөйләне. Бутерброд әҙерләү серҙәренә төшөндө.

Фото №1 - Балаларҙы мәктәп ашханаһында нисек ашаталар?

Сәләмәт туҡланыуға арналған сара артабан асыҡ дәрес рәүешендә дауам итте. Уҡыусылар туҡланыу рационы тураһында әңгәмә ҡорҙо, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Сара йыл һайын төрлө синыфтар араһында ойошторола.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ