Бөгөн Өфөлә билдәле ғалим, техник фәндәр докторы, профессор Әхмәт Баҡыевтың исеме мәңгеләштерелде

Уның иҫтәлегенә Блюхер урамында академик йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә билдәле ғалим, техник фәндәр докторы, профессор Әхмәт Баҡыевтың исеме мәңгеләштерелде

Сарала ғалимдың хеҙмәттәштәре, яҡындары, уҡыусылар ҡатнашты. Улар Әхмәт Вәхит улының нефть тармағы үҫеше өсөн башҡарған эштәре тураһында һөйләне. Ғалим 260-тан ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 30 монография яҙған. Әхмәт Баҡыевтың тырышлығы һөҙөмтәһендә Өфө дәүләт нефть техник университеты донъя кимәлендә тағы ла танылыу яулай, ғалимдың фәнни эштәре белгестәр әҙерләү сығарыуҙа булышлыҡ итә.

Блюхер урамындағы 18-се йортта Өфө дәүләт нефть техник университетының билдәле ғалимдары йәшәгән. Уҡыу йорто уларҙың исемен онотмай, мәңгеләштереүҙе изге йолаға әйләндергән.

Рәмил Бәхтизин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры: «Күренекле шәхестәребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Таҡтаташтар асҡан ваҡытта бигерәк тә йәш хеҙмәттәштәребеҙ, студенттар әүҙем ҡатнаша. Уларға фәнни эш авторҙары тураһында һөйләйбеҙ, сөнки үҙҙәре иҫән булмаһа ла яҙып ҡалдырған хеҙмәттәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай».

Авторы: Фәниә Юланова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ