Сәнғәт һөйөүселәр әйтеүенсә, бөйөк йырсыға арналған төп байрам сараларының Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Сөнки тап Өфө сәхнәһендә талант эйәһе тәүге ролдәрен башҡара. Ошонда ул үҙен опера йырсыһы итеп таныта.
Байрам мәшһүр йырсының һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Уның сиктәрендә «Өфөлә Шаляпин кистәре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивален уҙғарыу ҙа ҡаралған. Уны ойоштороу өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Республика башлығының 9 йөҙ мең һумлыҡ грантын отҡан. Федор Иванович Совет республикаһының беренсе халыҡ артисы. Шулай уҡ ул сит илдә танылыу алған тәүге рус йырсыһы ла. Йәш башҡарыусыларға ла, оло быуын йырсылары өсөн дә Федор Шаляпиндың ижады өлгө булып тора.




