Баймак районының Ишбирҙе ауылы һәүәҫкәрҙәре ретро йырҙар фестивале үткәрҙе

Концерттан йыйылған аҡсаны ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» проектына тәүге иғәнә итеп һалды.

Фото №1 - Баймак районының Ишбирҙе ауылы һәүәҫкәрҙәре ретро йырҙар фестивале үткәрҙе

Онотола барған, хәҙер һирәк йырланған йырҙарҙың күбеһе барыбер ҙә халык күңелендә йәшәй. Йәшлек йылдарының матур хәтирәләре буларак та, мәғәнәле, эстәлекле ретро йырҙар бөгөн дә һәр концерттың биҙәге була ала. Ишбирҙе ауылы биләмәһенә ҡараған өс ауыл һәүәскәрҙәре тағы ла күрше ауылдарҙы саҡырып урындағыларға бына тигән тамаша куйҙы.

Ә концерт ойоштороуҙоң максаты күп яклы. Мәҙәни ағартыу эшенән тыш, ауыл халкының әүҙемлеген уятыу,дәүләт программаларында катнашыу өсөн тәүге иғәнәгә акса йыйыу. Быйыл ауыл биләмәһе мәктәптең спорт залын тәртипкә килтерергә иҫәп тота. Ауылда үткән бөтә сараларҙың уртаһында булған спорт залы күптән ремонт талап итә.

Фестиваль аҙағында һәүәҫкәр йырсыларға һәр бер номинацияла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Был башланғысты ауыл халкы дәррәү күтәреп алды һәм ретро йырҙар фестивален йылда үткәрегә тигән ҡарарға килде.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ