«Геройҙан - геройға»

Өфөнөң телеүҙәк бинаһынан ҡуҙғалыусы автомобиль экспедицияһы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары тәҡдиме менән үткәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары батырлығын мәңгеләштереү акцияһы дүртенсе тапҡыр ойошторола. Быйылғы сараларҙа Cтанлинградты азат итеүҙең 75 йыллығы һәм легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майоры Миңлеғәли Шайморатовтың вафат булыуына 75 йыл тулыуҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙы тәү маҡсат итеп ҡуйылған. Экспедиция Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә райондары аша үтә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова