Бөгөн Өфөлә ете йорт йылы һыуһыҙ ҡаласаҡ

“Өфө инженер селтәрҙәре”нең матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, Өфө ҡалаһының Киров районында ете йорт ваҡытлыса йылы һыуһыҙ ҡаласаҡ. 9:00 – 13:00 тиклем Степан Кувыкин урамының 21-се, 21/1-се, 23-сө, 23/1-се, 23/2-се, 25-се һәм 25/1-се һанлы йорттарында торба ремонттары барасаҡ.

“Өфөводоканал” хеҙмәте аҙна һайын һыу биреү графигын элеп тора, күҙәтеп барығыҙ.