Башҡортостан әҙәбиәтселәре Рәсәй языусылар союзының идаралығына инде

Мәскәүҙәге әҙәбиәтселәр йортонда Рәсәй яҙыусылар союзының 15-се съезды үтте. Йыйылышҡа шулай уҡ Ҡытай, Италия, Франция, Вьетнам, Сирия, Палестина һәм Белоруссиянан делегаттар ҡушылғандар. Башҡортостандан иһә БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Светлана Чураева ҡатнашты. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең йәш яҙыусылар кәңәшмәһе булдырылды.

Рәсәй яҙыусылар союзының рәйесе Валерий Ганичев үҙ вазифаһынан баш тартыу сәбәпле уның урынына Николай Иванов һайланды. Шулай уҡ союздың идаралығында ла ағзалар алмашынды, Башҡортостандан унда ике вәкил бар: БР языусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев һәм рус телле яҙыусылар етәксеһе Светлана Чураева.