Рөстәм Хәмитов Сочила уҙған форумға һығымта яһаны

“Сочи – 2018” инвестицион форумының файҙаһы тураһында Республика башлығы былай ти: “Был майҙансыҡта бер аҙ рәсми ҡараштарҙан айырылған фекереңде лә еткерергә мөмкин. Һис шикһеҙ, төбәктәр финанс, иҡтисад, федераль органдар менән аралашыу кеүек етди мәсьәләләр күтәрә һәм был һорауҙар яуапһыҙ ҡалмай”.

Башҡортостан өсөн форумдың төп һөҙөмтәләре булып Владимир өлкәһе, Внешэкономбанк, Стратегик инициативалар агентлығы, Юристар ассоциацияһы һәм “Росконгресс” менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү булды.

“Бындай килешеүҙәр республикабыҙға яңы саралар йәлеп итеү генә түгел, уларҙы осһоҙға үткәреүҙе лә бәйән итә. Минеңсә Сочи форумы бик файҙалы. Бында яңғыраған идеялар республикабыҙҙың көндәлек тормошонда ҡулланылыр, тип ышанамын”, тине Рөстәм Зәки улы.