Ҡоштар яҙмышы беҙҙең ҡулда

Рус география йәмғиәте Башҡортостанда күлдәр янында ҡоштарға яҙғы һунарҙы тыйыу инициативаһы менән сығыш яһай. Проект 27 февральға тиклем асыҡ тауыш биреү процессында, тауыш биреү өсөн regulation.bashkortostan.ru порталында теркәлгән булыу мөһим.

Республикала 64 мең һунарсы теркәлгән, шуның өстән бер өлөшө генә һунарға сыға. Быға ҡарамаҫтан, яҙғы һунар, ҡоштар иҫәбендә ҙур юғалтыуҙар килтереүе ихтимал.