Төркиәнең Кастамону ҡалаһында Магжан Жумабаев йылын асыу һәм матбуғат өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһын тапшырыу тантаналары уҙҙы. Премияға “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе, шағирә Лариса Абдуллина лайыҡ булды. Бындай билдә менән шулай уҡ Ҡаҙаҡстан, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Әзербайджан, Македония, Ғағаузия, Болгария, Косово, Төнъяҡ Кипр һәм Татарстандан 15 вәкил бүләкләнде.





