Рәсәй статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылда февралдең тәүге яртыһына нефть баҙарында хаҡтарҙы анализлап рейтинг төҙөгән. Иң осһоҙ бензин исемлегендә Өфө беренсе урында, унан һуң Пенза һәм Ульяновск. Баш ҡала халҡы бер литр яғыулыҡ өсөн уртаса 38,49 һум түләй. Яҡын арала АИ-80 маркалы яғыулыҡҡа ла хаҡ төшөүе көтөлә.





