Аҙна яңылыҡтары. Яҡын арала ғәмәлгә ашырыласаҡ тағы бер инвестиция проекты «Башҡорт ит» компанияһы менән төҙөлдө

Предприятие республикала малсылыҡты үҫтереүгә 60 миллиард һум аҡса тотонасаҡ. Уның 6 миллиарды яҡын арала уҡ үҙләштерелә.

Фото №1 - Аҙна яңылыҡтары. Яҡын арала ғәмәлгә ашырыласаҡ тағы бер инвестиция проекты «Башҡорт ит» компанияһы менән төҙөлдө

Форумда Бәләбәй йылдам үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты ла билдәләнде. Моно ҡалала нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереүсе компания барлыҡҡа киләсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға 450 миллион һум инвестиция йәлеп ителә.

Хәйер, форумдан тыш та республикаға аҡса индерергә теләүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Башҡортостанда өмөтлө инвестиция проекттарына «ВнешЭкономБанк» ташламалы кредит бирәсәк. Ә стратегик башланғыстар агентлығы федераль проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Өс яҡлы меморандумға шул уҡ инвестиция форумында ҡул ҡуйылды. Ғөмүмән, Сочи инвестиция форумы Башҡортостан өсөн һөҙөмтәле үтте.

Авторы: Айнур Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ