Бөгөндән агитация башлана

Бөгөндән Рәсәй президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр агитация осорон башлай. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында дәүләт мәғлүмәт сараларында бушлай эфир ваҡыты бүленде. Өгөт “Рәсәй-1”, “Рәсәй-24” каналдары, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй радиоһы”, “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр-ФМ”, Спутник ФМ һәм “Юлдаш” радиоларында барасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президентлығына 8 кандидат дәғүә итә, һайлауҙар 18 мартта була.