Аҙна яңылыҡтары. Ейәнсура районы ауылдарында йөҙләгән ғаиләне зар илатып, ҡом түләүле ҡалдырып киткәндәр

Ниндәйҙер баҫҡынсылар ҙа түгел, ә электриктар. Хәйер, төҙөлгән килешеүҙәрендә ниндәй компания икәнлеге яҙылмағас баҫҡынсылар тип атарға ла мөмкиндер. Улар ток иҫәпләү ҡоролмаһы урамда торорға тейеш тип яңыһын урынлаштырыу өсөн ун меңгә тиклем аҡса алған. Ләкин бәлә яңғыҙ йөрөмәй. Уларҙың артынын рәсми ойошма вәкилдәре йөрөп законһыҙ рәүештә счетчиктар урынлаштырғанһығыҙ тип шул уҡ ун мең тирәһе штраф һалып йөрөгәндәр. Ябай ауыл кешеһе өсөн инде был күләм саманан тыш ҙур. Был аҡсаларға бәғзеләр өс ай туҡланып йәшәй.

Ошондай акттар Ейәнсура районында йәшәүсе йөҙгә яҡын ғаиләгә тапшырылған. Уларҙың барыһы ла был аҙнала билдәһеҙ электриктар тарафынан зыян күргән. Иҫәпләү ҡоролмаларын ҡуйыусылар, башлыса төпкөл ауылдарҙың оло йәштәге кешеләрен хеҙмәтләндергән. Быға һис тә аптырайһы түгел, сөнки ялған электриктарға пенсионерҙарҙың ышанысын яулау артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаған.

Электриктар ябай халыҡтың ышанысына инеү өсөн үҙенсәлекле ысул да уйлап тапҡан. Улар хужалар менән осрашҡанда һуңғы ваҡытта республикала электр утынан сыҡҡан янғындарҙың арта барыуы тураһында һөйләй. Ә бының төп сәбәбен электр ҡоролмаларының иҫке булыуы менән бәйләй. Әлбиттә, бындай осраҡта ҡурҡыуға ҡалған кешеләр һуңғы аҡсаларын да сығарып һалырға әҙер. Ейәнсура районында йәшәүселәр ҙә бурысҡа батып булһа ла электр приборҙарын алыштырып ҡалырға тырышҡан.

Зыян күреүсе ғаиләләрҙең һәр береһе күрһәтелгән хеҙмәт өсөн уртаса 8-шәр мең һум аҡса түләгән. Әгәр ҙә сығымдар ысынлап та, фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелһә, бер кем дә ҡаршы булмаҫ ине. Әммә райондың электр селтәрҙәре етәкселеге был хәлдән һуң хужаларға штраф һала башлаған. Йәнәһе лә, кешеләр үҙ белдеге менән приборҙағы пломбаларҙы өҙгән.

Төбәктең электр селтәрҙәре етәкселеге был турала хәбәрҙар.

Әммә нисек кенә ярҙам итергә тырышһаҡ та, закон алданыусылар яғында түгел, ти улар. Сөнки иҫәпләү ҡоролмаһын алыштырға теләүсе хужалар мотлаҡ рәүештә энергия менән тәьмин итеүсе компанияны бер аҙна алдан иҫкәртергә бурыслы. Ул саҡта инде приборҙың кем тарафынан беркетелеүе әллә ни мөһим дә түгел.

Штраф түләргә мәжбүр халыҡ хәҙер ғәҙеллекте ҡайҙан табырға ла белмәй. Улар үҙ дәғүәләрен белдереп прокуратураға, тәфтиш комитетына һәм полицияға ғаризалар ҡалдырған. Әммә әлегә боҙ урынынан ҡуҙғалмаған, сөнки халыҡты алдаусы электриктарҙан елдәр иҫкән. Хәйер, уларҙың республиканың башҡа төпкөл ауылдарына юлланыуы ла ихтимал. Һәр хәлдә, белгестәр ауыл ерендә йәшәүселәрҙе уяуыраҡ булырға саҡыра.

Авторы: Илдар Байбулатов