Аҙна яңылыҡтар. Йәштәр был аҙнала йәнә һөйгәндәренә мөхәббәтен белдерергә ашыҡты

Бигерәк тә 14 февраль - Ғашиҡтар көнөндә. ЗАГС бүлектәрендә сират күҙәтелде. Бер көн эсендә генә 108 пар никахлашты. Шуларҙың һәр икенсеһе Өфөлә. Туҡһанынсы йылдарҙа идеология бушлығынан файҙаланып, беҙҙең тормошҡа изге Валентин көнө тип килеп ингән байрам һаман да йәмәғәтселек араһында популярлығын юғалтмай.

Йәмәғәтселек вәкилдәренең был көн беҙҙең рухи ҡиммәттәргә тура килмәүе хаҡында тыңҡыуына ҡарамаҫтан, халыҡ, бигерәк тә йәштәр бер-береһенә бүләк бирешеүҙән, тәбрикләүҙән туҡтамай. Йомшаҡ уйынсыҡтар, открыткалар, кәнфитттәр күпләп һатыла. Был көндә ресторан һәм кафелар ҙа ғашиҡтар менән тула. Йөрәктәрҙә мөхәббәт уты ҡыҙған һайын, сауҙа ойошмалары күберәк табыш ала. Ә халыҡҡа аҡса туҙҙырырға сәбәп кенә булһын. Байрамдар һәм ял көндәре иҡтисад үҫешен тиҙләтеүсе көскә әйләнеп китте. Ә бәлки улар шуның өсөн уйлап сығарылғандыр ҙа ? Ә бәлки булмағандыр ҙа изге Валентин?

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин