Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Һайлау алды кампанияһының иң ҡыҙыу этабы башланды - агитация. Ул һайлауға 28 көн ҡалғас, йәғни бөгөн старт алды. Әммә өгөтләү тик эш көндәре генә алып барылырға тейешлеген иҫәпкә алғанда, был кампания тулы ҡеүәттә дүшәмбе башлана.

ХХХ

Ә шаршамбы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы яңы төр КОИБ-тарҙы презентацияланы. 2017 йылғы һайлау өлгөһө элеккеләренә ҡарағанда, күпкә камиллаштырылған. Яңы бюллетень иҫәпләү ҡоролмаһы тулыһынса автоном комплекс. Уға хатта, электр уты өҙөлөүе лә ҡаршылыҡ түгел. Бер сәғәткә яҡын аккумуляторҙар ярҙамында эшләй ала. Шулай уҡ мәғлүмәт туплау мөмкинлеге лә юғары. Яңы ҡоролма тауыш биреү һөҙөмтәләрен QR код рәүешендә баҫтырып сығара. Был иһә протоколдар иҫәпләү ваҡытын күпкә кәметә.

ХХХ

Өфөлә Волга буйы федераль округында тәүге робот хирургияһы үҙәге барлыҡҡа килде. Медицина университеты «Да винчи» системаһын ғинуарҙа һатып алған. Әлегә республика табиптары был ҡоролманы йөрәк-ҡан, онкология, пульмонология, урология хирургияһында - бөтәһе егермегә яҡын операцияла һынаған. Робот ҡулланылған әмәлиәт тиҙ үтә, иң мөһиме, пациент та уны еңел кисерә, ҡанды ла аҙ юғалта, реабилитация ваҡыты ҡыҫҡара.

ХХХ

Стәрлетамаҡта балалар ризығы етештереүсе һөт фабрикаһы барлыҡҡа киләсәк. Был үҙәк Салауат, Күмертау, Ишембай һәм Мәләүез ҡалаларын хеҙмәтләндерер тип көтөлә. Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим иткән проектҡа ярашлы, социаль учреждение төҙөүгә 19 миллион һум инвестиция талап ителә һәм ул киләһе йыл эшләй башларға тейеш. Һөт кухняһы өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе бушлай сифатлы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүгә махсуслашасаҡ. Әле бындай үҙәктәр баш ҡалала ғына эшләй.

ХХХ

Илдә автомобилде техник күҙәтеү нормаларына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер рүлде көсәйтеүсе һәм тәҙрә таҙартыусы ҡорамалдары булмаған автомобилдә юл йөрөү тыйыла. Бынан тыш, фараларҙың яҡтылығын үҙгәртеүсе деталдәр ҡулланырға ярамай. Юл аптечкаһының, янғын һүндереү ҡорамалдарының һәм авария билдәһенең булыуы ла мотлаҡ.

ХХХ

Иректән мәхрүм итеү урындарында никахтар күберәк теркәлә. Һәр мең хөкөм ителеүсенең ун икеһе өйләнешә. Былтыр ғына Башҡортостандың холоҡ төҙәтеү колонияларында 161 кеше никахлашҡан, улар араһында енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыусыларҙан тыш, тикшереү аҫтындағылар ҙа бар. Никахҡа инеү буйынса иң юғары күрһәткес - Салауат һәм Стәрлетамаҡ колонияларында.

ХХХ

«Ворлдскилс Рәсәй» чемпионатының республика этабы еңеүселәре асыҡланды. Алтын миҙал яулаусы йәш һөнәрмәндәр ил кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Унда еңеү яулау иһә ярыштың донъя этабында ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән бәйге быйыл 37 йүнәлеш буйынса үтте. Был уҙған йылға ҡарағанда, бишәүгә күберәк.

ХХХ

Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, илдең билдәле йөҙөүсеһе Александр Попов 2019 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара балалар уйындарының йөҙө тип һайланды. Спортсы әйтеүенсә, был хаҡта Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында килешелгән. Бөтә донъя балалар уйындары уҙғарыу ҡарары былтыр ойоштороу комитеты тарафынан раҫланды. Шулай итеп баш ҡалабыҙ күләмле сараның һуңғы 50 йыллыҡ тарихында донъя кимәлендә бер юлы йәйге һәм ҡышҡы уйындарҙы ҡабул итеүсе берҙән-бер ҡала буласаҡ

ХХХ

Ҡар иреп бөткәнсе, саңғыла шыуып ҡалырға ашығығыҙ. Өфөнән «Урал легендаһы» поезы маршруты хәҙер Яңы Абҙаҡҡа тиклем оҙайтылды. 31 мартҡа тиклем һәр йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә туристар республиканың популяр тау саңғыһы курорттарына юллана ала. Студенттар өсөн билет хаҡына 50 процент ташлама ҡаралған.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина