Махсус репортаж. ВИЧ

Был сир тураһында шымып ҡалыуҙы хуп күрәбеҙ. Енси сирҙәр тураһында һөйләү беҙгә килешмәгән әйбер. Бигерәк тә башҡорттарға. Оят бит. Нисек инде ул интим әйберҙәр тураһында асыҡтан асыҡ һөйләшәһең? Нисек инде ул үҙ балаңды өлкәнәйгәс ниндәй хәүеф барлығы тураһында иҫкәртеү?

Һаҡланып йөрө тип бик һирәктәр генә иҫкәртәлер ҙурайып өлгөргән балаһына? Ә бит ул шуны ғына көтә. Тап иҫкәртелмәү, оялып йәшереү арҡаһында ВИЧ, йәғни иммунодефицит вирусы эпидемия сигенә яҡынлаша. Ғинуарҙа ғына Башҡортостанда өс йөҙҙән ашыу ВИЧ йөрөтөүсе асыҡланған. Ә Һамар менән Екатеринбургта йәшәүселәрҙең ике проценты ҡурҡыныс сир йоҡторған. Беҙҙә хәл нисек ?

Авторы: Гүзәл Ситдиҡова