Юғалған кешеләрҙе нисек табырға

Һуңғы арала матбуғат биттәрендә юғалған кешеләр тураһында мәғлүмәттәр йыш осрай. Юғалыу тураһында хәбәр сыҡҡас та, Республиканың тәфтиш комитеты эҙләү эштәрен башлай. Уларға Росгвардия, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Оборона министрлығы, ирекмәндәр ҡушыла. Эҙләү процессын тотҡарлаған төп сәбәп – берҙәм алгоритм булмау. Йыш осраҡта уңышһыҙлыҡ – тарҡаулыҡ һөҙөмтәһе. Нәҡ ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса 18 февраль Башҡортостан Республикаһының тәфтиш комитеты, МВД һәм “Лиза Алерт” ирекмәндәрҙән торған эҙләү отрядының ултырышы үтте. Был йыйылышта берҙәм эҙләү алгоритмы һәм үҙ-ара һөҙөмтәле бәйләнеш юлдары ҡаралды.