Башҡортостан статистары 2017 йыл буйынса төрлө иҡтисад өлкәһендә уртаса эш хаҡын иғлан итте

Иң күп эш хаҡы алыусылар исемлеген нефть эшкәртеүселәр аса. Улар айына уртаса 74 557 һум ала. Икенсе урында файҙалы ҡаҙылма сығарыусылар, был өлкәлә эш хаҡы 50 281 һумдан аша. Өсөнсөлә финанс һәм страховкалау өлкәһендә эшләүселәр урынлашҡан. Был тармаҡта эш хаҡы 44 883 һум менән баһалана.

Фото №1 - Башҡортостан статистары 2017 йыл буйынса төрлө иҡтисад өлкәһендә уртаса эш хаҡын иғлан итте

Артабанғы урындарҙы химия тармағы (44 883 һум), транспорт оборудованиеларын етештереү һәм техник фән өлкәһе эшселәре (42 500 һум) биләй.

Етештереүселәр араһынан иң түбән эш хаҡы күн (11 254 һум) һәм мебель (14 300 һум) производстволарында.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ