Учалы уҡыусыларына яңы автобус бүләк иттеләр

Учалы районы хәкимиәте билдәләүенсә, был транспорт Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы булдырған мәктәптәрҙе автобус менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендә бүләк ителде.

Автобус 34 урынлыҡ һәм ул хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә, хаҡы биш миллион һумдан артыҡ.

Яңы автобус уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла ҙур шатлыҡ. Хәҙер был транспорт менән балалар төрлө олимпиада, конкурс, экскурсияларға бара аласаҡтар.