Йыр-бейеү, ҡоймаҡ, ҡарасҡы яндырыу

Бөгөн республика халҡы масленица байрамын билдәләне. Көнсығыш славяндарҙа башланғыс алған сара йылдан-йыл беҙҙең тормошта нығыраҡ үтеп инә. Хатта, уның үҙебеҙсә атамалары ла барлыҡҡа килде, ҡышты оҙатыу йәки ҡоймаҡ байрамы.

Салауат Юлаев майҙаны эргәһендәге шат тауыштарҙы видеояҙма аша тапшырырыға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа,тирә-йүнгә таралған ҡоймаҡ еҫен генә камера аша еткереп булмай. Әммә байрамға килеүселәрҙең һәр береһе онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алыуында шик юҡ. Айырыуса, кескәй тамашасылар шат. Мәҫәлән, Вәлиевтар ғаиләһе был байрамға йыл һайын килә, тәмле ҡоймаҡ бәләкәй Камил менән Ҡәҙриә бигерәк оҡшаны, улар һөтлө бутылкаларын ҡуйып тороп рәхәтләнәнеп ҡоймаҡ менән һыйланып алды.

Масленица, йәғни ҡышты оҙатыу байрамы беҙгә көнсығыш славяндарынан үтеп ингән. Яңы бешкән ҡоймаҡ түңәрәк ҡояшты һынландыра, ә ҡарасҡы инде ҡыш символы һымаҡ, уны яндырыу яңы миҙгелгә аяҡ баҫыуҙы аңлата.

Яҙҙы ҡаршы алған, ҡояш тәүге сағыу нурҙарын һипкән мәлдә билдәләнгән был байрам хәҙер дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек байрамына әүерелгән. Беҙҙең республика өсөн ул айырым мәғәнәғә лә эйә. Сара сиктәрендә хәйриә акцияһы ойошторола, ҡоймаҡ һатыуҙан килгән аҡса ауыр сирҙәргә дусар булған балаларҙы дауалауға йүнәлтелә.

Салауат Юлаев майҙанындағы байрамды «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ойошторған, йыйылған аҡса йыл һайын ярҙамға мохтаж балалар исеменә күсерелә. Быйыл ул Зарина Зарифуллина исемле 8 йәшлек ҡыҙға Кеппр препараты алыу өсөн тотонола. Акцияға билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡушылды.

Акцияға ҡушылыусылар йылдан-йыл арта. Быйыл байрам ҡоймаҡтарын һатыуҙан 315 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Был сумма көтөлгәндән күберәк. Ул Заринаға препарат алыуға ла, тағы ярҙамға мохтаж биш баланы дауалауға етә.

Сара йыр-бейеү, уйындар менән үрелеп барҙы. Ҡышты оҙатыу байрамы Өфөнөң барлыҡ майҙандарында ла үтте. Ул һәр ваҡыттағыса ҡарасҡы яндырыу менән тамамлана. Күңелдәр ҡыш буйы йыйылған уйҙарҙан таҙартыла, хәҙер инде күкрәкте тултырып яҙ һауаһын һуларға, ҡояшҡа, йылы нурҙарына һөйөнөргә мөмкин.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова