Иглин районы үҙәгендә Ҡышты оҙатыу байрамы үтте

Масленица төбәктә уҙған быуаттың 70-се йылдарынан киң билдәләнә. Театрлаштырылған тамаша алдынан, һәр ваҡыттағыса майҙанда урман хужалығы йәрминкәһе ойошторолғайны. Район үҙәгендә йәшәүселәргә сифатлы продукция тәҡдим ителде.

Байрамға килгән ҡунаҡтар өсөн атта һыбай йөрөү, ҡыҙыҡлы конкурстар, викториналар, төрлө шаян уйындар уҙғарылды. Тамашаның спорт программаһы ла бай булды. Үҙәк майҙанда халыҡ төп геройҙар Ҡыш һәм Яҙ ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша ҡараны. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, байрамға килеүселәр рәхәтләнеп күңел асты. Самауыр сәйе һәм, әлбиттә, ҡоймаҡ менән һыйланды.

Авторы: Әнәс Вәлиуллин