Өфөлә тыуған яҡты өйрәнеү лекторийы үҙ эшен башланы

Ай һайын һәр өсөнсө шәмбе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт өлкәһе белгестәре менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Бөгөн тәүге лекция менән тарих фәндәре докторы Михаил Роднов сығыш яһаны.

Ул Өфө губернияһының билдәле ғалимдары, тарихсылары хаҡында һөйләне. Айырыуса, Руф Игнатьев менән Николай Гурвичтың эшмәкәрлегенә туҡталып үтте. Осрашыу хеҙмәт ветерандарын берләштерҙе. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, тыуған яҡты өйрәнеү, тарих менән ҡыҙыҡһыныу кешене шәхес булараҡ үҫтерә, рухи донъяны байыта.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина