БСТ каналы яңы йөҙҙәр аса

Республиканың төп телеканалында «Алып барыусылар» курсы старт алды. Ул ике аҙналыҡ интенсив психолог менән эшләүҙе лә үҙ эсенә ала. Курс тыңлаусылары актерлыҡ оҫталығына, аудитория алдында ышаныслы сығыш яһарға өйрәнәсәк.

Фото №1 - БСТ каналы яңы йөҙҙәр аса

Телеканалдың мәғлүмәт, спорт һәм күңел асыу тапшырыуҙары алып барыусылары төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороп, йәштәргә практик белем бирәсәк. Курстың иң мауыҡтырғыс өлөштәренең береһе - студияла үҙ-үҙеңде һынап ҡарау, бында һәр тыңлаусы суфлер менән эшләү серҙәренә төшөнә. Бөгөн «Яңылыҡтар» хеҙмәте алып барыусыһы Гүзәл Әхмәтйәрова ике тиҫтәгә яҡын егет-ҡыҙҙы алып барыусы һөнәре менән яҡындан таныштырҙы, шулай уҡ психолог менән аралашыу ҙа һөҙөмтәле үтте. Әйткәндәй, дәрестәр ял көндәре иртәнән кискә тиклем уҙа. Аҙна уртаһында курс тыңлаусылары өсөн стажировка үткәреү планлаштырылған.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ