Белорет ҡалаһында риба алыусы әбейҙе үлтереүҙә ғәйепләнгән енәйәтсене тотҡандар

Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, үлтереү 3 февраль булған. 25 йәшлек Белорет ҡалаһы йәшәүсеһе, таныштарына процент өсөн аҡса биргән 75 йәшлек пенсионеркаға бурысҡа аҡса һорап килгән. Үтенесен кире ҡаҡҡас, енәйәтсе әбейҙе быуып үлтергән.

Енәйәтсе Рәсәйҙән ситтә йәшенгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уның эҙенә сығып, кисә 18 февраль, ҡулға алғандар.

Ир үҙ ғәйебен танымай, уға ҡарата “үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эшен асҡандар. Тикшеренеүҙәр дауам итә.