Мостай Кәрим ҡурсаҡ рәүешендә һынландырыласаҡ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошон һәм ижадын һүрәтләүсе спектакль ҡуйыласаҡ.

Фото №1 - Мостай Кәрим ҡурсаҡ рәүешендә һынландырыласаҡ

Идея авторы һәм спектакль режиссеры Альберт Имаметдинов башҡарыласаҡ эш хаҡында былай ти: “Төп теләгем – Мостафа Сафа улын үҙе менән тотош бер дәүерҙе һүрәтләгән кеше итеп күрһәтеү. Эшемдең төп маҡсаты – үҫеп килгән быуында ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу”.

Спектакль өсөн пьесаны драматург Владимир Аношкин яҙа. Художестволы биҙәлеш өҫтөндә Әнисә Томаншина һәм Илнур Слявчин эшләйҙәр. Бейеүҙәрҙе хореограф Светлана Әйүпова ҡуя, ә музыканы Урал Иҙелбаев ижад итә.

“Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ” спектакле апрелдә тапшырыласаҡ. Тамашасылар уны киләһе миҙгелдә ҡарай аласаҡ.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ