“Толпар” еңеү яуланы

Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты ситкәрендә “Толпар” командаһы Астананың “Ҡарлы Барыҫ”тары менән икенсе уйын үткәрҙе.

Фото №1 - “Толпар” еңеү яуланы

Уйындың дүртенсе минутында иҫәпте Владимир Бобылев асты, дәғүәселәр ҙә ҡалышмай гол индерҙе. Әммә “Толпар” өҫтөнлөк яулауҙы дауам итте һәм Павел Синявский менән Тимур Әхийәров тағы берешәр гол индерә.

Икенсе осор тыныс үтте, бында “Толпар” командаһының ҡапҡа һаҡсыһы Даниил Тарасовты айырым билдәләп үтергә мөмкин.

Өсөнсө осорҙа Астана командаһы тағы бер гол индерҙе. Уларға яуапты Николай Сытый бирҙе. Уйын һөҙөмтәһе 4:2.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ