Яндекс.Навигатор Башҡортостан буйлап танкта йөрөп алырға тәҡдим итә

Яндекс.Навигатор менән ҡулланыусылар World of Tanks уйынының атмосфераһына сума ала. Был, Яндекс һәм World of Tanks уйыны тарафынан, етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бүләк.

“Яндекс” компанияһының матбуғат-хеҙмәтендә билдәләүенсә, ҡушымтала биш киң танылған танкты һайларға мөмкин: советтар союзының ИС-3 һәм Т-34-85, американдарҙың М41 Walker Bulldog, француздарҙың AMX 50 B, британдарҙың Churchill I. Ғәҙәти курсор урынына ошо биш танктың береһе юлда барасаҡ.

Навигатор өсөн махсус рәүештә билдәле Рәсәй актеры Владимир Машков 120 һүҙбәйләнеш яҙҙырған.