Һиндостанда ҡанлы йәштәр менән илаусы ҡыҙ йәшәй

Һиндостандың Сахарса ҡалаһында йәшәүсе 21 йәшлек Гита ҡанлы йәштәр менән илай. Был мәғлүмәт киң таралышҡа уның егете менән ташлашыуынан һуң мәғлүм була. Ҡыҙҙың атаһы аңлатыуынса, Гита гематидроз менән ауырый. Бөгөнгө көндә төрлө табиптар был сирҙең сәбәбен аңларға тырыша.

Мәғлүмәт өсөн: гематидроз – бик һирәк осрай торған ауырыу, ғөмүмән тарихта, бындай диагноз менән утыҙға яҡын кеше теркәлгән. Эмоциональ көсөргәнеш, йәки паралич ваҡытында ҡан тир менән буталып көтөлмәгән урындан сыға башлай.