Видео көндәлектәрен, йырсы ғинуар башынан уҡ төшөрә башланы. Тәүге сығарылышта ул Таиландта ял итеүе, фатир һатып алыуы һәм яңы клип төшөрөүен күрһәтте. Тәүге сезонда утыҙышар минут барған 24 серия планлаштырылғаны билдәле.
Видео, тәүге сәғәттәрҙә уҡ 10 меңдән ашыу ҡарау йыйҙы. Йырсы ижадын яратып тыңлаусылар Радик Юльяҡшиндың яңы ҡыҙыҡһыныуын яҡшы ҡабул итте.





