Ул сирек быуат ғүмерен ҡотҡарыусы хеҙмәтенә бағышлаған. Яратҡан һөнәренән тыш, замандашыбыҙ янғын һүндереү машиналары моделдәрен йыйыу менән шөғөлләнә. Наил Ильясовтың коллекцияһы хатта, Гиннестың рекордтар китабына дәғүә итә. Әле кәштәләрҙә янғын һүндереү техникаларының 940 моделе менән танышырға мөмкин.
Ҡыҙыл төҫтәге был «Москвич-427» моделе коллекцияла тәүге автомобиль һанала. Уны Наил Ильясовтың ҡатыны ике тиҫтә йыл самаһы элек бүләк иткән. Тап ошо техника өлгөһө Наил Нәғим улының тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Бөгөн ул Рәсәйҙә янғын һүндереү техникалары моделдәрен йыйыусы иң билдәле коллекционер.
Әле коллекцияла 940 модель. Араһында бик уникаль, ҡулдан эшләнгәндәре лә байтаҡ. Әйткәндәй, Наил Нәғим улы моделдәрҙе кәштәгә ҡуйыр алдынан мотлаҡ теркәү үткәрә. Тәүҙә коллекция хужаһы машинаны фотоға төшөрә, һуңынан фотоһүрәтте электрон каталогка индерә. Был иң беренсе оҡшаш моделдәрҙән баш тартыу өсөн эшләнә.
Шулай ҙа коллекционер машиналарҙың хаҡы 200 һумдан башланып 100 меңгә тиклем барып етеүен йәшермәй. Уларҙы, ҡотҡарыусы башлыса интернет һәм сит илдәрҙән таныштары аша алдыра. Бер үк ваҡытта күп кенә аҡсалы кешеләр янғын һүндереү техникалары моделдәрен үҙҙәренең коллекцияһында күрергә теләй. Шуның өсөн улар хужаға һушты килтерерлек тәҡдимдәр яһай. Әммә Наил Ильясов биргән һүҙендә ныҡ тора. Уның маҡсаты яҡын киләсәктә Гиннестың рекордтар китабына инеү.






